Аҙна аҙағында Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда Бөрйән ырыуы съезы үтте. Сарала резолюция раҫланып киләсәктә башҡарыласаҡ эштәр барланды. Башҡортостандың төрлө тарафтарынан йыйылған ырыуҙаштар осрашыуҙа йәнле арашып, үҙҙәренең алдына мөһим бурыстар ҡуйып таралышты. Бөрйән ырыуының ырыу башлығы итеп Марсель Ғүмәров һайланды. Был саранан “Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы ла ситтә ҡалманы – килгән ҡунаҡтар Бөрйәндең генә түгел, Башҡортостандың да бренды булған солоҡслоҡ кәсебе, бөрйән солоҡ бал ҡорто, боронғо ата-бабаларыбыҙҙан ҡалып, һис үҙгәртмәйсә, бөгөнгө көнгә тиклем ҡулланылыусы инвентарҙар менән таныштылар, сувенир һәм бал продукцияларын һатып алдылар.
Суббота минувшей недели запечатлится в истории башкирского народа как день проведения съезда Бурзянского рода. Мероприятие проводилось в селе Старосубхангулово Бурзянского района. Сюда приехали представители из разных районов республики, чтобы общаться с соплеменниками, определить важные задачи и цели. Главой рода они выбрали Марселя Гумерова. В мероприятии с выставкой участвовал и государственный заповедник “Шульган-Таш”. Наши сотрудники рассказали гостям о бортевом пчеловодстве, бурзянской бортевой пчеле, демонстрировали инвентарь бортевика, который в неизменном виде передавался сквозь века и до сих пор используется в этом промысле.