Февраль айында хайуандарҙың ҡышҡы иҫәбен алыу маҡсатында «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығы инспекторҙары Исламбаев Руслан һәм Толомғужин Салауат беренсе маршрутын үттеләр. Ул көнө һауа торошо бигерәк һәйбәт ине, ҡояшлы булды. Был юлы маршрутта йәнлек эҙҙәре күп осраны. Быйыл ҡышҡа ҡурсаулыҡта боландар бик күпләп ҡалған. Юлыбыҙҙа һыуһар, ҡуян, ҡабан эҙҙәре йыш осраны. Хатта, өс болан, ике ҡабан сусҡаһының үҙҙәрен күрҙек. Тик йәл, үҙҙәрен күреп өлгөрмәнек – беҙҙе күреп ҡурҡып ҡасып киттеләр. Юлыбыҙҙа шулай уҡ йыш ҡына һуйыр, сел ҡоштарын осраттыҡ. Ике көнлөк маршрут барышында Нөгөш ауылында йоҡларға тура килде. Шулай итеп, файҙалы һәм ҡыҙыҡлы эш башҡарҙыҡ.
Исламбаев Руслан,
ҡурсаулыҡ дәүләт инспекторы